Октябрьскийҙа яңы боҙ һарайы асыла

Башҡортостан Спорт министры Руслан Хәбибов ҡалала төҙөлөш барышы менән танышты. Бина дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымы ярҙамында һалынды. Бында хоккей һәм фигуралы шыуыу менән шөғөлләнергә мөмкин. Спорт объектында 800 урынлыҡ трибуна була, шулай уҡ күнекмәләр үткәреү бүлмәһе йыһазландырыла. Боҙ һарайы йыл аҙағында асылырға тейеш.

Фото №1 - Октябрьскийҙа яңы боҙ һарайы асыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ