Өфөлә Шайморатов исемендәге батальон яугиры күрһәткән батырлығы өсөн дәүләт наградаһы менән бүләкләнде. Эдуард Ғабдрахманов былтыр сентябрҙә контракт төҙөп махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Грек-рим көрәше буйынса тренер, «Алые паруса» йәштәр клубы берләшмәһенең директоры булараҡ та ул йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Һүҙҙе эш менән раҫларға ваҡыт, тигән фекерҙә яугир.






