Өфөнөң Ленин районы беренселәрҙән булып Яңы йыл ҡаласыҡтарына боҙ әҙерләй башланы

Боҙ икегә бер метр ҙурлығындағы киҫәктәргә ҡырҡыла һәм йөк машиналарына тейәлә. Артабан «Тулҡын» паркы һәм Нижегородка биҫтәһенә оҙатыла. Рәссамдар бер нисә көндән балалар өсөн төрлө әкиәт һындары эшләй башлаясаҡ. Ошо маҡсатта ике майҙансыҡ өсөн 700 кубаметрға яҡын боҙ талап ителә. Республикала 20 декабргә тиклем Яңы йыл ҡаласыҡтарын йыһазландырыу һәм шыршыларҙы ҡуйып бөтөү планлаштырыла. Муниципалитеттарҙа барлығы меңдән ашыу ҡаласыҡ төҙөләсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ