Өфөлә Рәсәй рәссамдарының ижадында эпос һәм риүәйәттәр күргәҙмәһе асылды

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Рәсәй рәссамдарының ижадында эпос һәм риүәйәттәр күргәҙмәһе асылды. Унда «Турахан» Төбәк-ара этнохудожество симпозиумы ҡатнашыусыларының эштәре тәҡдим ителгән.

Этнохудожество симпозиумы быйыл йәй Бөрйән районында үткәйне. Сарала Абакан, Ангарск, Киров, Махачкала, Мәскәү, Пермь һәм Өфө ҡалаһынан йыйылған 12 ҡылҡәләм оҫтаһы ҡатнашты. Төп эшкә тотонор алдынан рәссамдарға Турахан кәшәнәһенә, «Торатау» геопаркына һәм «Шүлгәнташ» мәмерйәһенә сәфәр ойошторолдо. Сәйәхәт барышынан улар буласаҡ әҫәрҙәренең образын эҙләп, эскиздарға төшөрҙө. Һынлы сәнғәт өлгәләрендә тарих, эпос-риүәйәттәр йөкмәткеһе сағылыш тапҡан.

Симпозиум сиктәрендә ижад ителгән картиналар Евразия күсмә цивилизациялар музейының галерея фондына тапшырыласаҡ. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, киләсәктә лә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ижад итеүсе рәссамдарҙы саҡырып, коллекцияны тулыландырыу күҙаллана. Әлегә картиналар менән Өфөләге «Торатау» конгресс-холының күргәҙмәләр залында танышырға мөмкин. Экспозиция 15 ҡинуарға тиклем эшләй

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ