Республика Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй тимер юлы” компанияһының Куйбышев бүлексәһе етәксеһе Вячеслав Дмитриев менән осрашты. Йөк терминалдарын үҙгәртеп ҡороу, һанлы сервистарҙы үҫтереү һәм яңы машруттар асыуға бәйле тимер юл аша йөк ташыу күрһәткестәре йылдан-йыл арта бара. Пассажирҙар ҙа ташыу ҙа күбәйә. 11 айҙа 4,9 миллион кеше поезда йөрөгән. Йыл аҙағына был һан 5 миллионға етер тип көтөлә. Өфө агломерацияһында “Ҡала электричкаһы” тигән проект тормошҡа ашырыла. Ҡала яны машруттары көн дауамында йөрөй. Бының өсөн яңы заманса электр поездар ебәрелгән.







