Хоккей турниры киләһе аҙнала Санкт-Петербургта үтә. Унда 4 команда ҡатнаша. Беларусь хоккейсылары менән Константин Кольцов эшләй. Ул уйынсы булараҡ “Салауат Юлаев” командаһы менән Рәсәй чемпионатында еңеү яуланы һәм Гагарин кубогына эйә булғайны. Константин Кольцов тренер булараҡ та уңышлы эшләй. 2021 йылда Беларусь йыйылма командаһы менән Словенияла үткән Дүрт милләт турнирында беренсе урын алды.







