Өфөлә сыҙамлыҡты арттырыу һәм һаулыҡты яҡшыртыу өсөн үҙенслекле ысул уйлап табылған

Оҙон ғүмер өсөн биологик актив матдәләр. Өфө фән һәм технологиялар университетында сыҙамлыҡты арттырыу һәм һаулыҡты яҡшыртыу өсөн үҙенслекле ысул уйлап табылған.

«Өҫтөнлөк - 2030» федераль программаһының стратегик проекты сиктәрендә уҡыу йортонда һаулыҡты яҡшыртыу өсөн бер нисә эшләнмә уйлап табылған. Уларҙың береһе зыянлы эш шарттары эҙемтәләрен бөтөрөүгә йүнәлтелгән. Аҙыҡҡа биологик актив матдәләр ҡулланыуҙан тыш, уҡыусыларға яҡшыртылған составлы кеҫәл, ир-аттарҙың сәләмәтлеген нығытыусы эсемлек тә бар. Һуңғыһы әлегә һынау үтә. Уҡыу йорто асыштарын баҙарға сығарыу өсөн 1 миллион һум самаһы аҡса талап ителә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ