Берәҙәк эттәргә бәйле мәсьәлә. БСТ каналының «Яңылыҡтар» хеҙмәтенә Өфөнөң Владивосток урамында йәшәүселәр ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Эт тотҡан бер төркөм йәштәр билдәләүенсә, урам-ихатала, яҡындағы урман зонаһында ваҡыты-ваҡыты менән хужаһыҙ эт өйөрө йөрөй, ҡышҡа ҡарай хәл тағы ла киҫкенләшә. Улар был күренеште яҡындағы төҙөлөш майҙансығына бәйләй. Берәҙәк эттәрҙән зыян күреүселәр ҙә бар. Урындағы хакимиәткә, прокуратураға ялыуҙар яҙылған.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Совет районында берәҙәк эттәргә бәйле мәсьәлә етди контролдә. Хайуандарҙы тотоу менән махсус ойошма шөғөлләнә. Һуңғы аҙналарҙа ғына билдәләнгән адрес буйынса өс заявка эшкәртелгән. Хужаһыҙ эттәр ваҡытлыса пункттарға урынлаштырылғандан һуң ветерианар саралар уҙғарылған.






