Баш ҡалала Михаил Каменевты һуңғы юлға оҙаттылар

Баш ҡалала медицина взводы командиры, уҡсылар батальоны табибы Михаил Каменевты һуңғы юлға оҙаттылар. Матәм митингында Республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Хушлашыу сараһы табип эшләгән Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында үтте.

Михаил Каменев табиптар династияһынан. Ул егерме йылдан ашыу торакаль хирург булып эшләй. Тәүгеләрҙән булып Луганск, Донецк халыҡ республикаларына ирекмәндәр рәтендә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн юллана. Быйыл августа контракт буйынса хеҙмәткә күсә. Алғы һыҙыҡта яраланған яугирҙарҙы алып сығарыға, урында уҡ тәүге ярҙам күрһәтеүҙә алыштырғыһыҙ табип була. Михаил Каменев ғүмеренең һуңғы минуттарына тиклем һөнәр тоғролоғо һаҡлап яраланғандарҙы эвакуациялағанда үҙе лә һәләк була. Радий Хәбиров уның ата-әсәһенә ысын илһөйәр, ҡаһарман йөрәкле ул тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Ул һәр ваҡыт ҡыҙыу нөктәләрҙә булды, тип хәтерләй яугирҙың коллегалары. Пандемияла ковид госпиталдәрҙә эшләй, ә Донбасҡа барыу менән алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен һорай. Михаил Каменевтың ҡаһарманлығы үҙе һәләк булғандан һуң «Батырлыҡ» һәм Шайморатов ордендары менән билдәләнде. Төбәк башлығы урындағы етәкселәргә уның исемен мәңгеләштереү тураһында саралар күрергә ҡушты. Яугирҙың туғандарына мәңгелеккө иҫтәлеккә Дәүләт символы-флаг тапшырылды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ