Легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың ерләнгән урынын эҙләүгә ҡағылышлы уникаль документтар күрһәтелде. Улар Башҡорт дәүләт медицина университетының суд медицинаһы кафедраһында һаҡлана.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры 1943 йылдың 23 февралендә ҡаты алышта башын һала, әммә уның ерләнгән урыны билдәһеҙ була. 1948 йылда Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан комдивтың һуңғы төйәген асыҡлау маҡсатында махсус комиссия төҙөлә. Уны Башҡортостандың суд экспертизаһына нигеҙ һалыусы профессор Василий Кузнецов етәкләй. 4 кешенән торған төркөм Миңлеғәле Шайморатовтың һәләк булған урынын Ворошиловград, әлеге Луганск өлкәһендә эҙләй башлай. Штеровка утарында уҡытыусы Матвеева һәм 8-се кавалерия корпусы командиры генерал-лейтенант Борисов ерләнгән ҡәберлек табыла. Әммә генерал Борисовтың тере булыуы асыҡлана. Хөкүмәт комиссияһы ҡәберҙе асып тикшереү үткәрә һәм унда генерал Шайморатов ерләнеүе асыҡлана.






