Фәнни ротаға! Быйыл көҙгө саҡырылышҡа Башҡортостандан 9 егет Рәсәй армияһының элита ғәскәренә алынған. Уларҙың күбеһе Анапалағы «Эра» хәрби инновация технополисына эләккән. Әле улар юлға сығырға әҙерләнә. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыш пунктында уларға кейем һәм шәхси гигиена саралары тапшырылды.
Фәнни ротаға эләгер өсөн айырым талаптар бар. Буласаҡ хәрби юғары уҡыу йортон тамамларға, өлгәшеү буйынса уртаса 4 ярымдан күберәк балл йыйырға тейеш. Бынан тыш, компьютер программаларын, мәғлүмәт базаларын белеү мотлаҡ.






