Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара кампусы төҙөлөшө менән танышты. 36 мең квадрат метрға иҫәпләгән Ай Кю парк ғинуарҙа файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Әле бинала биҙәү эштәре бара. Кампусҡа аудитория-лабораториялар блогы, геном үҙәге һәм торлаҡ модулдәре инә.
Заманса объектта рәсми әңгәмәләр өсөн махсус бүлмәләр, бизнесты башлап китеү өсөн үҙәктәр, төрлө саралар ойоштороуға тәғәйенләнгән бүлектәр булдырыла. Кампустың икенсе сираттағы өлөшөн 2025 йылға тамамлау күҙаллана. Бында студенттарҙың йәшәү һәм белем алыуы өсөн уңайлы мөхит булдырыу маҡсаты ҡуйыла.



