Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө уңайынан Башҡортостанда диктант ойошторолдо

9 декабрҙә билдәләнгән Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө уңайынан Башҡортостанда диктант ойошторолдо. Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән сарала хоҡуҡ һаҡлау органдары белгестәре, төрлө ведомство етәкселәре, сәйәсмәндәр һәм юристар ҡатнашты. Улар онлайн-тест форматында әҙерләнгән һорауҙарға яуап яҙып, ҡануниәттәге үҙгәрештәр һәм башҡа мәғлүмәт буйынса белемен тикшерҙе.

Төбәктә өсөнсө йыл рәттән уҙғарылған сараға юрист һөнәрен үҙләштергән студенттар һәм теләге булған граждандар ҡушылды. Быйыл Башҡортостанда коррупция менән бәйле закон боҙоу осраҡтары 4500-гә тиклем еткән. Зыян күләме 2 миллиард һумдан ашыу.

Коррупцияға ҡаршы көрәш диктанты - иҫкәртеү сараларының бер өлөшө булып тора. Коррупция осраҡтарын асыҡлаусы, тикшереүсе белгестәрҙең белемен камиллаштырыу мөһим. Онлайн-тест 40 һорауҙан тора, диктантҡа теләге булған һәр кем ҡушыла ала.

Виктор Бутыркин, Башҡортостан Башлығының коррупцияға ҡаршы идаралығы етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ