Табиптар республикала ковид менән сирләү осраҡтары артыуына борсолоу белдерә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, уҙған тәүлектә төбәктә коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 290 кешегә артҡан. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәр 380 мең ярымға етә яҙҙы. Әле стационарҙарҙа 246 кеше дауалана, тағы ла 3 787 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Алдараҡ Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе Анна Попова быйылғы миҙгелдә коронавирустан ковидҡа ҡаршы прививка талап ителмәүе тураһында хәбәр иткәйне.

Башҡортостанда сирлеләр арта, ул тәү сиратта һауа торошо менән бәйле, бер аҙ йылытһа, ауырыуҙар һаны күбәйә. Грипп менән ғәҙәттә 5 көнгә тиклем сирләйҙәр. Кеше күп урында битлек кейергә, ҡулды йышыраҡ йыуырға, вакцинация үтергә кәңәш итәбеҙ.

Радмила Юлдашева, Өфөнөң 3-сө поликлиникаһы табибы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ