Салауат ҡалаһынан Кормщиковтар ғаиләһе «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләнде

Салауат ҡалаһынан Кормщиковтар ғаиләһен Владимир Путин «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләне. Дүрт бала үҫтергән Кормщиковтарҙың йортонда БЮТ ижади төркөмө булды.

Иң мөһиме, тигеҙлек нөктәһен тойоу һәм шул саҡта һөҙөмтәле трюк килеп сыға. Акробатиканың һәр элементы спорт мастерына еңел бирелә. Ксения 4 йәшенән фигуралы шыуыу менән шөғөлләнгән өлкән апаһына тиңләшергә тырыша. Апаһы Виктория хәҙер үҙе балаларҙы өйрәтә. Спортты һәм юғары уҡыу йортоноң тарих факультетында уҡыуҙы берләштерә, инглиз, итальян, француз телдәрен өйрәнә. Китаптарҙы төп нөсхәлә уҡырға хыяллана.

Йорт китапханаһында 500-ҙән ашыу китап. Уҡырға яратам һәм был шөғөлгә ҡусты-һеңлеләремде лә ылыҡтырам. 

Виктория Кормщикова

Ғаиләлә һәр баланың яратҡан шөғөлө.Ксенияның игеҙәге Екатерина футболға ғашиҡ. Рәсәй беренселегендә ҡатнашыусы ҡыҙ спорттың был төрө ҡағиҙәләрен үҙләштерә. Уға эйәреп Матвей ҙа тупты оҫта тибергә өйрәнә.

Кистәрен ишле ғаилә бер өҫтәл артында йыйылырға күнеккән. Йортта шатлыҡлы һәм күңелле ауаздар тынмай.

Балаларға һәләттәрен үҫтереүҙә ярҙам итәбеҙ. Ил кимәлендә беҙҙе танығандар икән, бында һәр ғаилә ағзаһының үҙ өлөшө бар. Беҙгә атай-әсәйҙәребеҙ ҙә ярҙамлаша. 

Наталья Кормщикова

Һәр баланың үҙ холҡо, беҙ ҡатыным менән уларҙы аңларға тырышып, күңелдәрен үҫтереп ебәрәбеҙ. Уңыштың сере бер-береңә хөрмәттә. )

Дмитрий Кормщикова

Кормщиковтарҙың «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалына лайыҡ булыуы тураһындағы указға ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Был абруйлы награда ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙә ҙур ҡаҙаныштар өсөн бирелә.

Был йәһәттән Дмитрий һәм Наталья Кормщиковтар өлгө булып тора.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ