Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса быйыл сит илдәргә 160-тан ашыу партия менән йөк оҙатылған. 3 мең 200 тоннанан ашыу орлоҡ сығарылған. Был уҙған йылдан 2 мең тоннаға күберәк. Башҡортостан орлоғон Әрмәнстан, Беларусь, Германия, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан алған.







