«Ярҙам поезы» 9-сы районға юллана

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды тормошҡа ашырған акция Бәләбәйҙә үткәрелеп, бөгөн Саҡмағошта тормошҡа ашырыла. Сара сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың туғандары һәм хәрби бәрелеш ветерандары төрлө белгестәргә һорауҙар бирҙе. Консультация социаль, медицина, хоҡуҡ һәм башҡа өлкәләргә ҡағылды. Саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.

Гөлсимә Зиннәтуллина - ике яугир әсәһе. Әлеге ваҡытта егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Өлкәне хәрби көстәрҙә контракт буйынса хеҙмәт итһә, кесеһе Украиналағы хәрби бәрелешкә мобилизация буйынса саҡырылған. Тормош иптәше лә һәләк булғас, Гөлсимә ханым бер үҙе тормош йөгөн тарта. Шулай ҙа хатта бәрелеш биләмәһенән уға улдары ла ярҙам итә. Быйыл ике тапҡыр госпиталдә һаулығын нығытҡан. Консультацияға яугирҙар әсәһе тубығы һыҙлауға зарланып килгән.

Консультацияла Гөлсимә ханымды Бәләбәй үҙәк район дауаханыһының баш табибы ҡабул итте. Белгес пенсионерҙы медицина тикшереүе үтергә ярҙам итергә һәм баш ҡалалағы ветерандар госпиталенә дауаланырға ебәрергә вәғәҙәләне. Ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр бында күп. Афған ветераны Табрис Биктимеров та уны борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә килгән.

Бәләбәй - «Ярҙам поезы»ның сираттағы туҡталышы. Теҙелеп киткән өҫтәлдәр ысынлап та, локомотивты хәтерләтә. Табиптар, юристар, психологтар - төрлө йүнәлеш белгесенә урында уҡ борсоған һорау биреп, консультация алырға мөмкин. Мөрәжәғәттәр байтаҡ.

Һуңғы ике көндә генә «Ярҙам поезы» сиктәрендә 120-нән ашыу кешегә профессиональ кәңәш бирелгән. Бөгөн ул Саҡмағошта туҡталыш яһаған. Маршрут артабан да дауам итә.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ