Яҡтыртыу ҡорамалдарын күсереп, иҙәнгә һыҙаттар төшөрөп кенә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға мөмкинме? Мөмкин, ти Белорет йылытыу ҡорамалдары заводы хеҙмәткәрҙәре. Преприятиела эш урындарында уңайлыҡтар булдырып ҡына ҡул көсө һөҙөмтәлелеген 30 процентҡа күтәрергә өлгәшелгән. Быларҙың барыһы ла «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты сиктәрендә. Айнур Кәбиров хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттары менән ҡыҙыҡһынды.
Нескә ҡатын-ҡыҙ ҡулдары ҡеүәтле пушка етештерә. Атыу ҡоралы түгел, йылытыу өсөн тәғәйенләнгәндәрен. Гөлнур ҡорамалдың селтәрен эшләй. Сменаһына уға алты тиҫтә деталь етештереү бурысы ҡуйылған.
Етештереү нормаһы һуңғы арала артты , ти хеҙмәткәрҙәр. Быға тиклем сменаһына 25 йылытыу пушкаһы йыйыу талап ителһә, хәҙер алтмыш берәмек әҙер ҡорамал тапшырылырға тейеш.
Һәм был һөҙөмтәләргә ни бары эш урынын модернизациялап ҡына өлгәшелгән. Яңы станоктар, технологиялар ҙа алынмаған. Инженерҙар артыҡ ҡорамалдар, аҡланмаған хәрәкәттәрҙән генә арынған.
Был үҙгәрештәр «Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Унда ҡатнашыу өсөн инженерҙар эш урындарында эталон шарттар булдыра, завод эсендәге хәрәкәт итеү юлдары, производство, логистика һөҙөмтәләштерелә.
Белорет заводы тотош илдә күпләп төрлө яғыулыҡта эшләүсе йылытыу ҡорамалдары сығарыусы берҙән- бер предприятие. Бында шулай уҡ утыҙ ике бренд аҫтында бетон әйләндергестәр, автосервис ҡорамалдары ла етештерелә. Продукция һаны йылдан- йыл арта ғына.
Предприятие ошо арала продукция исемлеген тағы ла киңәйтерә иҫәп тота. Ә етештереү күләмен 2024 йылда 30 процентҡа тиклем арттырыу күҙаллана.
Айнур Кәбиров






