Владимир Путин 2024 йылда Президент һайлауында ҡатнашырға ҡарар иткән

Был турала ул бөгөн Кремлдең Георгий залында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға «Алтын йондоҙ» ордендарын тапшырғандан һуң белдергән. Һайлауҙа еңгән осраҡта был уның дәүләт башлығы вазифаһында 5-се мөҙҙәте буласаҡ. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Президенты һайлауында тауыш биреүҙе 15,16 һәм 17 мартта уҙғарыу тураһында ҡарарҙы рәсми рәүештә раҫланы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ