Муниципаль-ара йыйынға Өфө, Октябрьский ҡалалары, һәм муниципаль-ара район вәкилдәре йыйылды. Тыуған төйәккә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған «Атайсал» проекты Башҡортостан башлығы тәҡдиме менән 2021 йылдан тормошҡа ашырыла. Бөгөн инде ул халыҡты берләштергән киң эшмәкәрлеккә әйләнде. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Йәмғиәттә Ғаилә институты тигән төшөнсә бөтөнләй үк юҡҡа сыҡмаһа ла, уның нигеҙенең ҡаҡшауы күҙәтелә. Шул иҫәптән ғаилә ҡиммәттәре, уны ҡабул итеү, аңлау, күрһәтеү башҡаса төҫ алды. Милли традицияларҙы һаҡлау һәм киләһе быуынға тапшырыу мәсьәләләре бөгөн «Атайсал» зональ форумының айырым секция ултырышында ҡаралды. Сара төрлө йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, өлгө алырлыҡ парҙар ҡатнашлығында үтте.
Фекер алышыуҙа йәш ғаиләләрҙе борсоған һорауҙар күтәрелде. Атай абруйы, милләт әсәһе кеүек төшөнсәләр менән эшләгән йәмәғәт ойошмалары сығыш яһаны.
Саҡмағош районында үткән «Атайсал» зональ форумы бер нисә секция ултырышында барҙы. Уларҙа балалар һәм йәштәр өсөн дә, эшҡыуарлыҡ, сәйәси-иҡтисади өлкәгә ҡағылышлы булғаны ла эшләне. Ҡағыҙҙан киҫелгән ҡар бөртөгөн ҡулаҡсаға әйләндереү мөмкинлектәре коучинг форматында үтте. Төрлө тармаҡ белгестәрен бергә йыйған сара нигеҙендә йәмғиәттең бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында һүҙ барҙы.
Ауылдарҙа йәшәгән халыҡ һаны буйынса Башҡортостан илдә дүртенсе, Волга буйы федераль округында беренсе баҫҡыста. Төбәк үҫешенең туранан-тура ауылдарға бәйле булыуы билдәләнде.
Йәнтөйәктең үҫеше милли-мәҙәни өлкәгә ҡайтып ҡала Урындағы ижади коллективтар ауылдың йәшәйешен сағылдыра.
Ә инде киләһе форум эстафета рәүешле Дәүләкән районында тапшырылды. Дим буйында урынлашҡан төбәктең дә шулай уҡ атайсалды үҫтереүҙәге өлөшө ҙур.
Азат Ғәлиуллин






