Өфө ҡалаһының янғындан һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре профилактик рейдҡа сыҡты

Өфөнөң Киров районында Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы һәм Өфө ҡалаһының янғындан һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре профилактик рейдҡа сыҡты. Сатлама һыуыҡ шарттарында Хеҙмәт, Флот, Балалар урамдарында, Ялан тыҡрығында урынлашҡан йорттарҙа йөрөп, әңгәмәләр үткәрҙе.

Көндәр һыуытыу менән янғын осраҡтары арта, шуға күрә хәүефһеҙлек хаҡында иҫкәртеү көн талабы. Белгестәр йорт хужаларына мейестәрҙе дөрөҫ ҡулланыу ысулдарын аңлатты, электр линиялары һәм приборҙар төҙөклөгөнә иғтибар итте. «Һуғыш балалары», «Күп бала тәрбиәләүсе ғаилә» категорияһына ҡараған граждандарға янғынға ҡаршы иҫкәртеү ҡоролмалары бушлай тапшырылды.

Өфөнөң Киров районында үткән профилактик рейдтта шәхси йорт хужаларына аңлатыу эштәре алып барҙыҡ, мейес алдына түшәлгән ҡалайҙарҙы тикшерҙек, иҫкергән электр линияларын алмаштырырға ҡуштыҡ. Граждандарға янғынды иҫкәртеү приборҙарын бушлай ҡуйҙыҡ.

Айнур Фәхретдинов, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башҡортостан буйынса баш идаралығының өфө ҡалаһы күҙәтеү эшмәкәрлеге инспекторы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ