Рәсәйҙең билдәле онкологтары Башҡортостан белгестәре менән бергә ҡатмарлы операциялар яһаны

Республика клиник онкология диспансерында «Яман шеште дауалау, заман хирургия алымдары»на бәйле Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Рәсәйҙең билдәле онкологтары Башҡортостан белгестәре менән бергә ҡатмарлы операциялар яһаны, тәжрибә уртаҡлашты. Операция барышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.

Республика клиник онкология диспансеры операция залдарында Мәскәүҙең иң көслө хирургтары эшләй. Халыҡ-ара кимәлдә танылыу алған белгестәр бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе, тура эсәккә лапароскопия резекцияһы, йәғни зарарланған органды өлөшләтә алып ташлау методикаһы менән уртаҡлаша.

Ваҡытында сирҙең асыҡланыуы зарарланған участканы лапороскопия ысулы менән юҡ итеү мөмкинлеген бирә. «Яман шеш хирургияһы» Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция сиктәрендә ойошторолған операциялар Башҡортостан табиптары менән берлектә үтте. Мәскәүҙән билдәле онколог, медицина фәндәре докторы, профессор Игорь Хатьков билдәләүенсә, юғары технологиялы хирургия үҫешһен өсөн уңышлы тәжрибәләрҙе Рәсәй төбәктәренә таратыу мөһим.

Лапораскопия ысулы ярҙамында, бәләкәй уйымдар аша башҡарылған операциялар буйынса ҙур тәжрибә тупланған, Европа, донъя кимәлендә лә беҙҙең эштәр оло ҡыҙыҡһыныу уята. Башҡортостанға килеүебеҙ осраҡлы түгел, республика онкологияла юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса - Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре иҫәбендә. Ике яҡлы хеҙмәттәшлек үҫешкә этәргес булып тора.

Игорь Хатьков, А.С. Логинов исемендәге Мәскәү клиник ғилми-ғәмәли үҙәге директоры, Рәсәй фәндәр академияһы академигы

Яман шеште дауалау, хирургияла заманса алымдар ҡулланыуға арналған конференция ике көн дауам итте. Уның сиктәрендә онкологтар берләшмәһен борсоған көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Операцияларға килгәндә, улар онлайн-трансляцияла күрһәтелде, Рәсәйҙең алдынғы хиругтары табиптарға һәм студенттарға әмәләт барышын эҙмә-эҙлекле аңлатты.

Конференция сиктәрендә тиҫтәнән ашыу пациентҡа операция яһау ҡаралған. Клиник яҡтан ҡатмарлы осраҡтар һайлап алынды. Яман шеш менән көрәштә яңы технологиялар ҡулланыу, белемде камиллаштырыу мөһим. Был йәһәттән республика клиник онкология диспансерында һуңғы фәнни-техник ҡаҙаныштарҙы индереүгә барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған.

Максим Забелин, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе

Мәскәү һәм Өфө хирургтары үпкәгә торакоскопия ысулы менән операция ла эшләне. Пациентҡа 58 йәш, биш йыл элек ул яман шеш менән сирләүен белгән, әммә ваҡытында дауалау курсы үтмәй, быйыл сираттағы компьютер томографияһы тикшеренеүе үткәс кенә операцияға ризалашҡан. Сирҙең иртә стадияла булыуы - тулыһынса һауығыу мөмкинлеге бирә.

Үпкә яман шеше иң таралған онкологик сирҙәрҙең береһе. Операция һөҙөмтәләре буйынса белгестәр ауырыуҙы артабан дауалау, реабилитация сараларын да билдәләй.

Башҡортостанда аяуһыҙ сир менән көрәштә заманса алымдар үҙләштерелә, медицина учреждениелары яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителә, табиптар өсөн даими уҡыуҙар ойошторола. Һандарға килгәндә, колоректаль яман шеш скринингы проекты тормошҡа ашырыла башлау менән сирҙе иртә стадияла асыҡлау күрһәткесе 25-30 процентҡа артҡан.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ