Беҙ һәр ваҡыт ҡаһарманлыҡ күрһәткән егеттәрҙең батырлыҡтарын иҫтә тотасаҡбыҙ. Радий Хәбиров республика халҡын Геройҙар көнө менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе Өфөнән Максим Серафимов, Әбйәлилдән Тамерлан Илһамов, Яңауылдан Игорь Нәсибуллин, Әлшәйҙән Алмаз Сафин, Бөрөнән Борис Дудко, Октябрьскийҙан Степан Белов, Өфөнән Денис Чернавинға батырлыҡтары өсөн рәхмәт белдергән. Был егеттәрҙең барыһы ла илебеҙҙең Юғары наградаһына - Рәсәй Геройының «Алтын Йондоҙона» лайыҡ булды.
Башҡортостанда 299 Советтар Союзы Геройы, 47 Дан орденының тулы кавалеры, 37 Рәсәй Геройы иҫәпләнә. Уларҙың батырлыҡтары алдында баш эйәбеҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.



