Өфөлә Мушниковсылар сафы тулыланды

Тантаналы сара Советтар Союзы Геройы Георгий Мушниковтың исемен йөрөткән 74-се мәктәптә үтте. Байрам легендар летчиктың 100 йыллыҡ юбилейына тап килде. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Мәктәп традицияларына тоғролоҡ, тыңлаусанлыҡ, уҡыуға яуаплы мөнәсәбәт һәм тыуған илгә, республикаға һөйөү анты - Бөйөк Ватан һуғышының легендар ҡатнашыусыһы Георгий Мушкиновҡа хас булған был сифаттар хәҙер беренсе класс уҡыусыларына һеңдерелә. Быйыл герой яҡташыбыҙ исемен йөрөткән мәктәп уҡыусылары тағы 159-ға артты. Уларҙың һәр береһенә «Мушниковсы» билдәһе таратылды.

Уҡыусылар Мушниковсылар антын биреү алдынан өс ай буйы әҙерлек үткән. Әлифбаны ятлап, мәктәп ҡағиҙәләрен үҙләштереп, хәрби летчиктың ғүмер юлын өйрәнеп ижади конкурста ҡатнашыусылар ғына значок йөрөтөү хоҡуғы ала.

Белем биреү йортонан тыш, Советтар Союзы Геройы Мушников исемен Өфөнөң Инорс биҫәтһендәге урам һәм мәктәптәге «Хәрби Дан» музейы йөрөтә. Ҡаһарман яҡташыбыҙ 1943- 1945 йылдарҙа 185 хәрби осош яһай, ете орден һәм тиҫтәләгән миҙал менән бүләкләнә. Советтар Союзы Геройы исеме уға 22 йәшендә бирелә. Георгий Мушников мәктәп һәм үҫмерҙәр клубтарында йыш ҡунаҡта була, хәрби йылдар тураһында һөйләй. Хәҙер атаһы иҫтәлегенә патриотик тәрбиә эшен уның балалары дауам итә.

Бағышлау тантанаһы беренсе синыф уҡыусыларының Мушниковсылар гимнын башҡарыуы менән тамамланды.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ