Башҡортостандың 117 ауылы мобиль элемтәгә һәм юғары тиҙлекле 4G интернетҡа тоташтырылған

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, заман технологиялары «2.0 һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» федераль проекты ярҙамында индерелгән. Программа 100-ҙән 500-гә тиклем халыҡ йәшәгән биләмәләргә тарала. Элемтә станциялары урынлаштырылған төбәктәр араһында Бөрйән районы ла бар. Аҫҡар ауылы биләмәһендә йәшәүселәрҙең ҡыуанысын БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.

Мәғариф ветераны Нәфиға Теләүембәтова хәҙер балалары өсөн борсолмай. Мәскәүҙә эшләп йөрөгән һәм Бөрөлә йәшәгән ҡыҙҙарының хәлен көн һайын һорашып тора. Видеобәйләнеш аша һөйләшкәс күрешкәндәй булабыҙ, ти ул. Мобиль элемтә һәм юғары тиҙлекле интернет медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткәндә лә, документтар юллағанда ла, уҡыусыларға дәрес эшләгәндә лә уңайлы.

Күренекле журналист, яҙыусы Иршат Теләүембәтов һуңғы йылдарҙа тыуған төйәгендә-Бөрйән районы Аҫҡар ауылында йәшәй. Әммә Өфөнән йыраҡлыҡ ижадҡа ҡамасауламай. Иршат Әнүәр улы матубғат баҫмалары, коллегалары менән даими бәйлнештә, яҙған әҫәрҙәре донъя күреп тора. Заман технологиялары араларҙы яҡынайтты, үҙемде Өфө уртаһында ҡайнағандай хис итәм, ти ҡәләм оҫтаһы.

Быйыл Башҡортостандың 117 ауылы мобиль элемтәгә һәм юғары тиҙлекле 4G интернетҡа тоташтырылған. Заман технологиялары «2.0 һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» федераль проекты ярҙамында индерелгән. Бөрйән районынан программаға Исламбай һәм Яңы Усман ауылдары ингән. Аҫҡар ауылы хакимиәте башлығы Биктимер Мырҙабулатов әйтеүенсә, ерле халыҡ был яңылыҡты түҙемһеҙлек менән көтөп алған.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, быйыл төбәктең мобиль элемтәгә ҙур квотаһы булған. Вышкалар ҡуйыласаҡ ауылдарҙы халыҡ үҙе, Дәүләт хеҙмәттәре платформаһында тауыш биреү юлы менән һайлаған. Һөҙөмтәлә 242 база мобиль элемтә станцияһы ҡуйылған. Был 9 мең кеше интернет һәм мобиль бәйләнешкә эйә булды, тигән һүҙ. Киләһе йыл федераль программа буйынса тағы ла 50 ауылға станциялар ҡуйыла.

Мәғрүр тауҙар ҡосағында урынлашҡан Бөрйән районы өсөн кәрәҙле бәйләнеш үткәреү төп проблемаларҙың береһе. Әммә һуңғы йылдарҙа мәсьәлә эҙмә эҙлекле хәл ителә. Бөрйәндәр әйтеүенсә, был заман талабы. Сөнки элемтә ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡанда ла, белем биреү процесын ойошторғанда ла, көндәлек тормошта ла һәр ваҡыт кәрәк.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ