Белорет ҡалаһында ҡыҙылса сиренең таралыуы теркәлгән

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығы хәбәр итеүенсә, сир дини ойошмаларҙың береһендә асыҡланған. Улар менән бәйләнешкә ингән бөтә кешеләр ҙә эпидемиологтар тарафынан медицина контроле аҫтына алынған, уларға ашығыс иммунизация үткәрелә. Белоретта ҡыҙылса сире таралыу сәбәпле, ҡаланың ике мәғариф ойошмаһында иҫкәртеү саралары күрелгән. Мәктәптәрҙә ҡайһы бер кластар дистанцион уҡытыуға күсерелгән. Ауырыуҙың билдәләре - юғары температура, биҙгәк, тәнгә ҡыҙыл таптар сыға.

Сир менән мөрәжәғәт итеүсе Силәбе өлкәһенән килгән. Бер- ике йәшлек сабыйҙар ауырый. Ҡыҙылса - йоғошло вирус, ул етди өҙлөгөүҙәргә килтереүе ихтимал. Бала сағында сирләмәгән өлкәндәргә, прививка яһатмағандарға йоғоуы ихтимал

Варвара Ғәзизова, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы эпидемиологы ярҙамсыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ