Өфө халҡы бер аҙнала 37 миллион һумға алданған

Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, мутлашыусылар йыш ҡына кешеләрҙе  аҡсаһын йәнәһе лә хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндерә. Шулай уҡ банктан кредит алып яңы иҫәпкә һалырға өндәү осраҡтары  байтаҡ. Йыйған аҡсаһы менән инвестор булырға теләүселәр ҙә күп. Улар тәүҙә  аҙ ғына аҡсаның бер нисә тапҡыр артҡанын  күрә, ышанып бөтә аҡсаһын һала һәм алдана. Тәртип һаҡсылары иғтибарлы булырға, таныш булмаған кешеләргә яуап бирмәҫкә кәңәш итә.

Фото №1 - Өфө халҡы бер аҙнала 37 миллион һумға алданған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ