Был тармаҡҡа өҫтәмә аҡса бүлеү буйынса Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешеү төҙөү ҡарала. Ошо турала социаль селтәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә. “Башҡортостанда 2020 йылдан 2 вертолет, ололарҙы һәм балаларҙы эвакуациялау өсөн 10, перинаталь үҙәктә 3 санитар автомобиль беркетелгән. Санавиация табиптары тәүлек әйләнәһенә дежурҙа, юлға сығырға, ситтән тороп консультация бирергә әҙер. Беҙ дауаханаларҙа вертолет майҙансыҡтарын булдырыу өҫтөндә эште дауам итәсәкбеҙ”-, тип яҙған Радий Хәбиров.







