2023 йыл аҙағына тиклем алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын тергеҙеү планлаштырыла

2023 йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда бөтә проблемалы объекттар буйынса өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү планлаштырыла. Был хаҡта Төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Артем Ковшов «Төҙөлөш сәғәте» кәңәшмәһендә белдерҙе.

Шуның менән Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2024 йылға алданған өлөшсөләрҙең мәсьәләләрен тулыһынса хәл итеү буйынса йөкләмәһен үтәйәсәк. Бөгөнгә төбәктә 22 проблемалы объект ҡала. Йыл аҙағына тиклем Өфөнөң Октябрь Революцияһы урамында федераль биләмәләрҙе үҫтереү фонды механизмдарын ҡулланып бер йорт төҙөлөшө тамамланасаҡ. Был 111 өлөшсөгә хоҡуҡтарҙы тергеҙеү мөмкинлеген бирәсәк.

14 объект буйынса өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашҡан 918 кешенең мәсьәләләре биләмәләрҙе үҫтереү фонды тарафынан аҡсалата компенсация түләү юлы менән хәл ителәсәк. Республика һәм төҙөүселәр көсө менән йыл аҙағына тиклем Өфөлә алты проблемалы объект буйынса 304 өлөшсө хоҡуҡтарын тергеҙеү планлаштырыла. Шулай уҡ «Сигма» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бер проблемалы объектын берҙәм реестрҙан сығарыу ҡарала, ул парковка урындары булдырыуҙы ғына күҙ уңында тота.

Радий Хәбиров биләмәләрҙе үҫтереү федераль фондына өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың мәсьәләләрен хәл итеүҙә республикаға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. 2018 йылда Башҡортостанда 10 меңдән ашыу алданған өлөшсө булған. Һуңғы биш йылда 8 мең ярым самаһы өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусы хоҡуҡтарын тергеҙеү, 68 проблемалы объектты файҙаланыуға тапшырыу мөмкин булды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ