«Яңылыҡтар» хеҙмәтенең сығарылыш мөхәррире махсус хәрби операция биләмәһенә юллана

«Яңылыҡтар» хеҙмәтенең сығарылыш мөхәррире, үткер ҡәләмле, тәрән фекерле журналист Рафиҡ Әхмәтшин махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Был эш буйынса сираттағы командировка түгел, хеҙмәттәшебеҙ үҙ теләге менән контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа бара. Оҙатыу минуттары киләһе яҙмала.

«Яңылыҡтар» хеҙмәте сафы ваҡытлыса һирәгәйә, хеҙмәттәшебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин Ватан һағына баҫырға ҡарар итте. Махсус хәрби операция башланыу менән коллегабыҙ Донбасс яҡтарында күп тапҡыр командировкала булды. Башҡорт яугиҙарының ҡаһарманлығы, батальондың хәрби ҡеүәте, көнкүреш шарттары, республика тарафынан шефлыҡҡа алынған биләмәләрҙә күләмле төҙөкләндереү эштәре, гуманитар ылау оҙатыу тураһында махсус репортаждар әҙерләне. Коллегабыҙ билдәләүенсә, Рәсәй Ҡораллы көстәре менән контракт төҙөп, хеҙмәткә алыныу - төплө уйланылған ҡарар.

Рафиҡ Үзбәк улының телевидениелағы егерме йыллыҡ хеҙмәт стажы еңеүҙәр менән тулы. Журналистар араһында тәүгеләрҙән булып Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнеүе лә быға асыҡ дәлил. Хәрби комиссариаттың йыйылыу пунктында хеҙмәттәшебеҙҙе ғаиләһе, туғандары, дуҫтары ла оҙатырға килде.

Үҙ теләге менән, йөрәк ҡушыуы буйынса ил һағына баҫырға теләүселәр көндән-көн арта ғына. Контракт төҙөүселәргә дәүләт тарафынан лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, матди ярҙам һәм льготалар ҡаралған.

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә юлланған яҡташтарыбыҙҙың күбеһе башҡорт батальондары составына инергә теләй. Улар араһында хәрби тәжрибәһе булған, ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән ир-егеттәр байтаҡ. Коллегабыҙ Рафиҡ Әхмәтшинға килгәндә, ул иң көслө хәрби частарҙың береһе - «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итәсәк.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ