Баймаҡ ҡалаһы уҡыусылары «Һалдатҡа хат» акцияһында ҡатнашты

«Һалдатҡа хат». Баймаҡ ҡалаһы уҡыусылары ла был акцияла ҡатнашып, махсус хәрби операциялағы яугирҙарға сәләм юллай. Балаларҙың яҙған хаттары иғтибарһыҙ ҡалмай, һалдаттар тыуған яҡтарына ҡайтҡанда улар менән осрашып рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

Вилена Мөхәмәтова Баймаҡ ҡалаһының 2-се һанлы мәктәбендә уҡый. Уҡыусыларға өйгә эш итеп, һалдаттарға хат яҙырға ҡушыла. Виленаның өсмөйөшлө хаты яҡташыбыҙ ҡулына эләгә. Яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда, ҡыҙҙың ғаиләһе менән осраша.

Балалар хат юлдарында Ватанын һағында тороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен, йөрәктән сыҡҡан изге теләктәрен еткерә. Ысынлап та, тыуған яҡтың ҡайнар сәләме булып барып еткән өсмөйөшлө хаттар уларға дәрт-дарман, рухи көс өҫтәй.

Альбина Байегетова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ