Ғафури районы Яугилде ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша

Ғафури районы Бурлы ауыл биләмәһенә ҡараған Яугилде ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаусылар күмәк көс менән хәрби-патриотик, мәҙәни саралар үткәрә, халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлай. Айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаған ауыл кешеләренең тормошо хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Яугилделәр Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов менән хаҡлы ғорурлана. Самыш батыр вариҫтары данлыҡлы яҡташтары иҫтәлегенә милли көрәш буйынса зона ярыштарын асыу алдынан геройҙы хөрмәтләп иҫкә алып, һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды.

Ғафури районында йәштәр ҡаһарман яҡташтары өлгөһөндә тәрбиәләнә. Яугилде ауылы мәктәбендә 46 үҫмерҙе берләштергән 5 команда билбау көрәше буйынса келәмдә таһыллығын һынаны. Төрлө ауырлыҡтағы үҫмерҙәр ярышын биш тренер баһаланы. Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол гимназияһы командаһы иң күп мәрәй йыйып абсолют еңеүсе тип танылды.

Яугилде ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы сәләмәт йәшәү рәүешен пропандалауҙа әүҙем эш башҡара. 230 кеше йәшәгән Яугилделә спиртлы эсемлек һатыу тыйылған. «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә генә һикһәнгә яҡын сара ойошторолған. Ағинәйҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә лә ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә.

Ҡолош буйында Самыш батырҙың нәҫел ебен дауам итеүселәр бөгөн етеш донъя көтә, айыҡ йәшәү рәүешен һайлай. Рәсәй мәғариф алдынғылары Айгөл менән Рауил Солтанморатовтар ғаиләһе уңғанлығы менән абруй ҡаҙанған. Солтанморатовтар ҡош-ҡортто ла күпләп үҫтерә. Быйыл улар ҙурлап ҡаҙ өмәһен уҙғарҙы.

Ҡаҙ ҡаурыйҙарынан таҙартылған ҡаҙҙар ябай һәм боронғо ысул менән усаҡта өтөлдө. «Айыҡ ауыл» сараһында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар уңған хужабикәләр эшкәркән ҡаҙҙарҙы боронғо йола буйынса ауыл урамы буйлап көйәнтәләргә аҫып йылғаға сайҡарға төштө.

Муллыҡ, дуҫлыҡ байрамында ҡатнашҡан олоһо-кесеһе сәләмәт тормошҡа дан йырланы, халыҡсан саранан рух күтәреңкелеге, яҡшы кәйеф алды.

Ғафури районы Яугилде ауылында йәшәүсе Солтанморатовтар айыҡ ҡаҙ өмәһе үткәрҙе. Был ауылдың «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеүгә ышаныстары ҙур. Сөнки улар Рәсәй Геройҙарын данлай, үҙҙәренә алмашҡа лайыҡлы спортсылар тәрбиәләй.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ