Ишембай районы Әхмәр урта мәктәбендә II Ноғман Мусин уҡыуҙары үтте

Муниципаль кимәлдә оойшторолған сарала мәктәп уҡыусылары халыҡ яҙыусыһының әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе яттан һөйләп сығыш яһаны. Балаларҙың телмәр оҫталығын билдәле ҡәләм оҫталары, журналистар, филологтар, район мәғариф бүлеге, китапхана хеҙмәткәрҙәре баһаланы. Ноғман Мусин уҡыуҙарын әҙиптең туғандары ойоштороуы - үҙе бер мәртәбә.

Ноғман Мусин уҡыуҙарында еңеү яулаған мәктәп уҡыусылары диплом һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға Рәхмәт хаттары һәм әҙиптең китаптары тапшырылды. Мәртәбәле сараны киләһе йыл халыҡ яҙыусыһы уҡыған Маҡар урта мәктәбендә уҙғарыу планлаштырылған. Ҡатнашыусылар географияһын да киңәйтеү бурысы ҡуйылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ