Төп документты ҡабул итеүгә 30 йыл тула. Тормош талаптары йәки шарттарынан сығып, уға төҙәтмәләр индерелеп тора, әммә Конституцияның төп йөкмәткеһе үҙгәрешһеҙ ҡала. Тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев әйтеүенсә, документта яҙылғандарҙы һәр кем белергә тейеш.
Рәсәй Конституцияһы 1993 йылда ҡабул ителә. Документты әҙерләүҙә 1 меңдән ашыу белгес ҡатнаша. 2005 йылға тиклем 12 декабрь ял көнө иҫәпләнә. 2020 йылда Бөтә Рәсәй тауыш биреү һөҙөмтәһенә ярашлы төп документҡа ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелә.







