Башҡортостан юл камералары ҡуйыу буйынса илдә алдынғы төбәк иҫәпләнә

Республика Башлығы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” ултырышын үткәрҙе. Унда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән автоматик фото- һәм видеокомплекстар эшмәкәрлеге буйынса фекер алышыу булды. Әле 1 мең 800-ҙән ашыу ошондай аппарат урынлаштырылған. 1 декабргә комплекстар ярҙамында административ хоҡуҡ боҙоуҙарға бәйле 2,3 миллиард һумға 6 миллион ҡарар сығарылған. Фото- һәм видеокомплекстар водителдәрҙе тәртипкә өйрәтә, юлда ҡағиҙә боҙоуҙар кәмей, тығындар менән көрәшергә мөмкинлек бирә. Яҡын арала Өфө, Октябрьский, Нефтекама һәм Салауат ҡалаларында тағы 56 автоматик камера ҡуйыла.

Фото №1 - Башҡортостан юл камералары ҡуйыу буйынса илдә алдынғы төбәк иҫәпләнә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ