Башҡортостан Башлығы Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә һәр муниципалитет етәксеһенә үҙенсәлекле балалар, етемдәр һәм махсус хәрби операция яугирҙәре балалары ҡатнашҡан яңы йыл байрамдарына шәхсән килеп ҡотларға ҡушты. Бынан тыш, Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына көслө ҡар яуыуға һәр саҡ әҙер булыу талабын ҡуйҙы.







