Башҡорт теле көнөндә гранттар һәм премиялар тапшырыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров Указы менән 2019 йылдан 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Быйыл ул Рәсәйҙең алты төбәгендә үткәрелә. Өфөлә төп саралар 15 декабрҙә “Торатау” Конгресс-холында ойошторола. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Фән һәм мәғрифәт йылына йомғаҡ яһала, Сосланбәк Тавасиев премияһы тапшырыла, башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән шәхси грант еңеүселәрен бүләкләү була, шулай уҡ иң яҡшы башҡорт теле кабинетына мультимедия комплексы тапшырыла. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова әйтеүенсә, халыҡ өсөн социаль селтәрҙәрҙә төрлө саралар һәм конкурстар уҙғарыла.

Башҡорт теле көнөндә гранттар һәм премиялар тапшырыла
Фото №1 - Башҡорт теле көнөндә гранттар һәм премиялар тапшырыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ