Бөгөн Рәсәй Конституцияһын ҡабул итеүгә 30 йыл

Иҫтәлекле дата уңайынан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев республика халҡын ҡотланы. 1993 йылдың 12 декабрендә дөйөм референдум үткәреү юлы менән яңыртылған дәүләтебеҙҙең төп законы - Рәсәй Конституцияһы ҡабул ителә. Документ хоҡуҡи дәүләттең төп принциптарын, ирекле һәм ғәҙел йәмғиәттә йәшәүҙе, берҙәмлекте һаҡлауҙы һәм киләсәк быуындар алдында яуаплылыҡты аңлауҙы нығыта.

Бөгөн Конституция айырыуса мөһим роль уйнай, илдең суверенитетын, уның мәнфәғәттәрен, тәртибен һәм законлылығын яҡлау гаранты булып тора. Уның нигеҙендә барлыҡ иҡтисади һәм ижтимағи мөнәсәбәттәр төҙөлә. Бөгөнгө бурысыбыҙ - Конституция иғлан иткән ҡиммәттәрҙе һаҡлау, йәмғиәттә тыныслыҡты һәм татыулыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн уның ҡағиҙәләренә теүәл буйһоноу, - тиелә ҡотлау хатында.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ