Конкурста баш ҡаланың балалар баҡсалары тәрбиәселәре ҡатнаша. Һөнәри оҫталыҡ ярышы 3 турҙа үтә һәм еңеүселәр 6 номинация буйынса билдәләнә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был конкурс мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталыҡ, тәжрибә уртаҡлашыу, алдынғы эш алымдарын үҙләштереү майҙаны булып тора. Конкурста ҡатнашыусыларҙың кимәлен абруйлы жюри ағзалары баһалай. Баш ҡала ярышында еңеү яулаусылар республика этабында үҙ көсөн һынаясаҡ.



