Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары уҡыусыларҙы робот йыйырға өйрәтә

Өҫтәмә белем биреү программары быйыл сентябрҙә башланған. Әлеге ваҡытта бер төркөм студенттар баш ҡала мәктәптәренең башланғыс һәм урта кластары өсөн дәрестәр ойошторка. Уҡыуҙар бер нисә этапта уҙа: тәүҙә үҫмерҙәр программа, 3д моделдәр йыйырға, артабан робот ҡорорға өйрәнә. 3-4 ай дауам иткән дәрестәр түләүле. Робот йыйырға өйрәнергә теләүселәр университеттың Йәштәр Технопаркына мөрәжәғәт итә ала. Әйткәндәй, дәрестәрҙе баш ҡаланың вуз-ара кампусында оҙаҡламай асыласаҡ ойошма филиалында үткәреү ҡаралған.

Мин алып барған курс тамамланыу алдында. Был тәжрибә миңә ныҡ оҡшаны, үҙемде уҡытыусы ролендә һынап ҡараным. Яңыраҡ балалар төҙөгән роботтар араһында ярыштар ҙа ойошторҙоҡ. Беҙҙең дәрестәргә балалар теләп килә.

Кирилл Прошин, Өфө дәүләт нефть техник университетының 2-се курс студенты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ