Республика Башлығы Радий Хәбиров һалҡындар ваҡытында бөтә хеҙмәттәрҙең көсәйтелгән тәртиптә эшләүе тураһында хәбәр итте. Ярҙам кәрәк булһа "112" һандарына шылтыратырға була. - Халыҡҡа һаҡ һәм иғтибарлы булырға, водителдәргә алыҫ юл алдынан бөтә хәүефте иҫәпкә алырға кәңәш итәм, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостанда алдағы көндәрҙә һауа температураһының әкренләп күтәрелеүе көтөлә.







