Радий Хәбиров «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының яңы студияһын асыуҙа ҡатнашты

Республика Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының яңы студияһын асыуҙа ҡатнашты. Капиталь төҙөкләндереүҙән һуң файҙаланыуға тапшырылған телевизион майҙансыҡты асыу тантанаһына Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы генераль директоры урынбаҫары Рифат Сабитов та килде.

АСБ -1 студияһы легендар майҙансыҡ. Тап ошо урында Башҡортостан телевидениеһы тарихына нигеҙ һалына. 65 йыллыҡ эшмәкәрлек ваҡытында Башҡортостан, Рәсәй, донъя кимәлендәге билдәле шәхестәр студия ҡунағы була. Алтын фондҡа ингән иҫәпһеҙ-һанһыҙ тапшырыуҙар төшөрөлә.

Яңыртылған студия бер урында бер нисә тапшырыу төшөрөү мөмкинлеге бирә. Яҡтыртыу ҡорамалдары ла яңы система ярҙамында эшләй. Рифат Сабитов республика етәкселегенә телеканалал менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек алып барғаны өсөн рәхмәт әйтте.

Тарихи студияға икенсе ғүмер бирелгән һәм ул технологияның иң һуңғы ҡаҙаныштары ярҙамында яңыртылды. Хыял Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы һәм республика тырышлығы менән тормошҡа ашырылды. Хәҙер төрлө форматтағы заманса контент төшөрөү мөмкин. Бындай күләмле студия илдең башҡа төбәктәрендә юҡтыр.

Рифат Сабитов, Бөтә Рәсәй Дәүләт телерадиокомпанияһы генераль директоры урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ