Радий Хәбиров республика сатлама һыуыҡтың юғары нөктәһен кисереүе тураһында яҙып сыҡты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә әлеге ваҡытта республика сатлама һыуыҡтың юғары нөктәһен кисереүе тураһында яҙып сыҡты.

«Күп кенә райондарҙа декабрь өсөн аномаль һыуыҡтар һаҡлана. Мәҫәлән, уҙған төндә Өфө - Дим метеостанцияһында термометр бағаналары 33 градустан ашыу һыуыҡ күрһәтеп, яңы температура рекорды теркәлде. Был күрһәткестән дә иң түбән температура метеостанцияла 1977 йылдың 12 декабрендә теркәлгән. Ул ваҡытта һауа температураһы 30,2 градусҡа тиклем төшкән булған.

Уҙған төндә иң түбән температура Балаҡатай районы Ямаш ауылында теркәлде - унда 44 градус һыуыҡ булған. Был да декабрь өсөн рекорд. Башҡортостан халҡын сатлама һыуыҡта уяу һәм бер-береңә иғтибарлы булырға саҡырам. Водителдәргә һауа шарттарына бәйле барлыҡ хәүефтәрҙе иҫәпкә алып, етди сәбәпһеҙ юлға сыҡмай торорға кәңәш итәм, тип билдәләгән төбәк етәксеһе. Радий Хәбиров шулай уҡ барлыҡ хеҙмәттәрҙең көсәйтелгән режимда эшләүен белдергән. Ярҙам кәрәк осраҡта «112» һандары буйынса шылтыратырға мөмкин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ