Шаран районы Дүртөйлө ауылында «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә патриотик саралар үтте

Мәктәп уҡыусылары махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе һалдаттарға етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлап хаттар яҙҙы. Икенсе класс уҡыусылары яугирҙарға һаулыҡ теләп, тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне. Шул уҡ ваҡытта өлкәнерәк кластар яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәрен үреүҙә ҡатнашты. Мөһим эшкә ауыл халҡы әүҙем ҡушылды.

Бынан тыш, «Айыҡ ауыл» конкурсының әүҙем төркөмө ике аҙналыҡ ҡыҫҡа ялдан һуң, кире махсус хәрби операцияға юлланған һалдатты тантаналы шарттарҙа оҙатыуҙа ҡатнашты. Бурһыҡ ауылы һалдатының был отпускыға икенсе ҡайтыуы. Яугирҙың яҡындары, ауыл халҡы уға иҫән-һау йөрөүен теләне. Сара илһөйәрлек йырҙары менән оҙатылып барҙы. Йәмғеһе ауылдан махсус хәрби операцияла 10 ир-егет ҡатнаша.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ