Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр советы дәүләт һәм туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләләренә арналған матбуғат конференцияһы уҙғарҙы. Журналистар менән осрашыуҙа яңы булдырылған берләшмә етәкселеге, составы, хоҡуҡтары һәм эш планы менән таныштырҙы. Совет ведомство һәм ата-әсәләр араһында диалог булдырыу маҡсатында ойошторолған, туған телдәрҙе өйрәнеү һорауҙары буйынса консультация-кәңәшләшеү органы булараҡ хеҙмәт итә.



