Баймаҡ районында Азамат Тажетдиновтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған кисә үтте

Хәтер һәм ҡәҙер. «Уҡытыусы һәм остаз йылы» сиктәрендә Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы мәҙәниәт йортонда Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Азамат Тажетдиновтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған кисә үтте. Ул шәхестең рухын хөрмәтләүгә арналды.

Уҡытыусы, журналист, тыуған еренең ысын патриоты. Тыуған ауылы, уның киләсәген хәстәрләп йәшәй ул. Хәтер кисәһендә Азамат Әғзәм улын сарала ҡатнашыусылар тик яҡшы һүҙҙәр менән иҫкә алды.

Азамат Әғзәм улының улдары ла ауыл, район үҫеше өсөн тос өлөш индерә. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев Баймаҡтың соцаль-иҡтисади өлкәһен үҫтереүгә күп көс һалғаны өсөн Илшат Тажетдиновҡа “Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте” почетлы билдәһен, райондың иң юғары наградаһын тапшырылды.

“Халҡына дан йырланы”. Һаҡмар гәзите ойошторған ижади конкурс яңы исемдәр асты. Бәйгелә райондан ғына түгел, Силәбе өлкәһенән һәм Татарстан республикаһынан да ҡатнашыусылар булды.

Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенты Юлдаш Мусин - бала саҡтан шиғыр яҙыу менән мауыға. Ул район, республика кимәлендә үткән ижади бәйгеләрҙә һәр саҡ теләп ҡатнаша. Был юлы ул -студенттар араһында беренсе урын яуланы.

Хәтер кисәһе Рәмил Туйсиндың, Сибай ир-егеттәр вокал ансамбленең дәртле йырҙары менән аралашып барҙы. Ысынлап та, һәр кемдән һуң үҙенән дә оҙағыраҡ йәшәйәсәк эштәре ҡалырға тейеш. Азамат Тажетжиновтың фәнни хеҙмәттәре, китаптары һәм уны белгәндәрҙең йылы хәтирәләре ҡалды.

Альбина Байегетова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ