"Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәре махсус хәрби операцияға юллана

Коллегабыҙ Бәйтулла Фәтҡуллин илдең Ҡораллы көстәр сафына баҫты. Ул махсус хәрби операцияға юлланырға ҡарар иткән.

"Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәре махсус хәрби операцияға юллана

Бәйтулла Фәтҡуллин 30 йылға яҡын журналистика өлкәһендә эшләй. Ул “Юлдаш” радиоһында “Асыҡ студия”, “Атайсал” тапшырыуҙарын алып барҙы, сәйәси күҙәтеүсе булды. “Коллегабыҙ менән ғорурланабыҙ”, - тип белдерҙе Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев.  

"Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәре махсус хәрби операцияға юллана

Үҙ теләге менән, йөрәк ҡушыуы буйынса ил һағына баҫырға теләүселәр көндән-көн арта бара. Контракт төҙөүселәргә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, матди ярҙам һәм льготалар ҡаралған.

Фото №1 - "Юлдаш" радиоһы  хеҙмәткәре махсус хәрби операцияға  юллана
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ