Бөгөн Өфөлә Конституция буйынса квиз ойошторолдо

Сарала 5 команда көс һынашты. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конституция буйынса квизды йыл һайын ойоштора. Фирҡә ағзалары быйылғы юбилей сараларынан да ситтә ҡалмаған. 1 октябрҙән конституция буйынса онлайн тест уҙғарылған, унда Башҡортостандан ярты миллион тирәһе кеше ҡатнашҡан. Бөгөн иһә конституцияны белеүгә ярыш 5 команда араһында бара, һәр төркөмдә 6-7 ағза. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, квиз белемде камиллаштырыу юлы ла булып тора.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ