Баймаҡ ҡалаһы «Толпар» балалар баҡсаһының «Йәш әлибаевсылар» исемен йөрөткән мәктәпкә әҙерлек төркөмө 5-се мәктәптең кадет класы менән осрашты. Сара кескәйҙәр һәм кадеттар өсөн дә мауыҡтырғыс үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Балалар баҡсаларында патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар бирелә. Проект эшенә ярашлы район, ҡала мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары араһында “Толпар”ҙа тәүгеләрҙән булып “Йәш әлибаевсылар” төркөмө булдырылды. Проект - яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Әҙеһәм Әлибаев исемен йөрөтөүсе әҙерлек төркөмөндә тыуған илгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, районыбыҙ шәхестәрен, батырҙарын өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Ҡаланың бишенсе һанлы мәктәбендә ике йыл элек кадет класы асылды, уларҙа илһөйәрлек рухын үҫтерергә ҙур иғтибар бүленә. Һәр эштә лә алдынғы уҡыусылар кескәйҙәр менән осрашыуҙа дөрөҫ стройҙа йөрөү, автоматты һүтеү һәм йыйыу буйынса күнекмәләр күрһәтте. Кадет класы уҡыусыларының противогаз менән эш итеүе бәләкәстәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, уны балаларға бүләк иттеләр.
“Йәш әлибаесылар” үҙҙәре етеҙлеккә ярышты, концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Ике яҡ өсөн дә фәһемле, ҡыҙыҡлы осрашыу флешмоб менән тамамланды.
Раушания Рәхимова






