Ағиҙелдә яңы ҡаҙанлыҡ эшләй башланы

Предприятиеның ҡала эргәһендә урынлашыуы йылылыҡ ресурстарын биреү сифатын арттырыуға булышлыҡ итә. Яңы объект төҙөү проекты «Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре»нең килешелгән инвестиция программаһына ярашлы тормошҡа ашырылған. Ҡаҙанлыҡ беренсе йылытыу миҙгелен нисек ҡаршы алыуы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Бында ҡаҙанлыҡтың үҙәге урынлашҡан. Насостар Ағиҙел ҡалаһы менән бергә, Яңы Ҡабан ауылын да йылылыҡ менән тәьмин итә. Әлеге ваҡытта агрегаттың тик өсәүһе генә эшләй. Дүртенсеһе резервта.

Һыу предприятиела тулы таҙартыу циклын үтә. Был ҡорамалдар коррозияға килтереүсе газдарҙы сығарыу өсөн махсус ҡулланыла.

Тула өлкәһендә етештерелгән «Терминатор» маркалы ҡоролма зәңгәр һәм шыйыҡ яғыулыҡ менән дә эшләй. Исемен дә аҡлай. Ғәҙәттән тыш хәлдән һуң да ул сафта ҡала.

Ҡаҙанлыҡ эшмәкәрлеге компьютер аша күҙәтелә. Бөтә параметрҙар экранда бирелгән, технологик процестар ҙа тап ошонда алып барыла. Һәүбән Исхаҡов тармаҡта 3 тиҫтә йылдан ашыу эшләй. Ағиҙелде төҙөүҙә ҡатнашҡан замандашыбыҙ бөгөн ҡаланың заманса төҫ алыуына шатлана.

Ағиҙел ҡалаһында эш башлаған ҡаҙанлыҡ республикалағы заман объекттарының береһе. Уның эшмәкәрлеге йорттоң уңайлылығы һәм хәүефһеҙлеге лә бәйле. Яңы технология йылылыҡ биреүҙәге ышанысты ла артыра, ҡулланыусыларға сифатлы энергия ресурсын да тәьмин итә.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ